Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИРОВ Рәшит Солтан улы

Просмотров: 418

ХӘБИРОВ Рәшит Солтан улы (13.7. 1953,Стәрлетамаҡҡ.), рәссам.БР‑ҙың атҡ.рәссамы (2013). Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1977; педагогы В.Г.Цыплаков). Хәҙ. башҡорт һынлы сәнғәтенең сағыу вәкилдәренең береһе, реалистик рәсем сәнғәте традицияларында эшләй. Х. сәнғәте ижад итеү, рәсем, композиция манераһының камиллығы м‑н айырылып тора, рәссам образдарҙы тәрәндән аса. “Рәссам һәм заман” (1987), “Мәңгелеккә ынтылыш” (1995), “Төш” (2006), “Һунарсы башҡорт” (2007) жанр полотнолары; башҡорт мәҙәниәте эшмәкәрҙәре З.И.Бикбулатова, З.Ғ.Исмәғилев, Б.Ф.Домашников (бөтәһе лә — 1989), Р.Х.Нуриев (2004) һ.б. портреттар циклы; “Балет” (“Репетицияла”, “Ял минуты”, “Гөлсинә таяҡ янында”; бөтәһе лә — 2002) эштәре серияһы; “Аҡһыл пуанттар”, “Ҡыҙыл пуанттар” (икеһе лә — 2003) театр натюрморттары; “Башҡорт балы” (1998), “Миләш ботағы” (2000), “Самауыр һәм ҡыңғырау сәскәләр” (2001) романтик композициялары; “Иҫке Өфө” (1986), “Май ҡояшы” (1997), “Һуңғы нур” (1998), “Томандағы юл” (2008) пейзаждары авторы. 1977 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1977, 2003, 2008, 2015), Нюрнберг (Германия, 1990, 1993), Вроцлав (Польша, 1990), Лондон (1999), Гримсби (2000; икеһе лә — Бөйөк Британия),Стәрлетамаҡ (2006), Мәскәү (2016) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Милли музей, “Имир” картиналар галереяһы (Өфө) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Бойцова Т.И. Рашит Хабиров: альбом. М., 2014.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019