Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИРОВ Әнғәм Хәйбрахман улы

Просмотров: 624

ХӘБИРОВ Әнғәм Хәйбрахман улы (6.9.1936, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Тайнаш а.), тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. канд. (1972). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1966). 1956 й. алып Яңы Ҡаръяуҙы һәм Тайнаш аа. 7 йыллыҡ мәктәптәрендә уҡытыусы; 1957 й. башлап РСФСР Сәйәси һәм фәнни белем таратыу йәмғиәтенең Саҡмағош район бүлексәһе идараһында, 1958—62 йй. “К коммунизму” (“Коммунизмға”; ҡара: “Игенче”) гәз. яуаплы секретарь. 1966—2013 йй. Бөрө соц.‑пед. акад. эшләй: 1972 й. алып уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са, 1974 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1984—91 йй. әҙәбиәт каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге хәҙ. башҡорт әҙәбиәтенең төрлө аспекттарын өйрәнеүгә бәйле. “Өлгөргәнлеккә һәм танылыуға юл” (“Путь к зрелости и признанию”; 2005) китабы Н.Нәжми ижадына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Н.Нәжми ис. (2008), Ф.Кәрим ис. (2011) пр. лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Йәнле шишмәләр: ижади портрет тар. Өфө, 1996; Быуаттар ҡауышҡанда: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, йыллыҡ күҙәтеүҙәр, ижади портреттар. 2 томда. Өфө, 2017–2018.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019