Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИРОВА Рәйсә Нәғим ҡыҙы

Просмотров: 325

ХӘБИРОВА Рәйсә Нәғим ҡыҙы (2.10. 1948, Новороссийск ҡ.), балет артисы. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1998). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы И.А.Трофимова) БДОБТ солисы, 1988—89 йй. Өфө резина‑техник изделиелар з‑дының Мәҙәниәт һәм техника һарайында халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, 1990—2007 йй. һәм 2010—13 йй. ӨДСА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2003—07 йй. һәм 2010—11 йй. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте хеҙм‑ре, 2013—17 йй. “Браво” бейеү театрының педагог‑репетиторы. Сағыу темпераментлы классик бейеүсе, образдарҙы ижад иткәндә һығылмалылыҡты, нәфислекте һәм юғары башҡарыу техникаһын берләштерә. Төп партиялары: Анжела (“Айгөл иле”; дебют, 1971), Фея Карабос һәм Ҡыйыулыҡ феяһы (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”, П.И.Чайковский), Гөлнар (“Корсар”, А.Адан), Урам бейеүсеһе (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Озе (“Пер Гюнт”, Э.Григ) һ.б. Ульяновск (1968), Ленинград (1969) ҡалаларында БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы М.Н.Барышников, СССР‑ҙың халыҡ артисы Е.С.Максимова м‑н сығыш яһай.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019