Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛИЕВ Вил Үзбәк улы

Просмотров: 385

ЯМАЛИЕВ Вил Үзбәк улы (9.8. 1957, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең спорт мастеры (1995), шахмат б‑са халыҡ‑ара мастер (2000) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (2001). Команда зачётында ситтән тороп шахмат уйнау б‑са Рәсәй чемп. (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре быраулау, нефть һәм газ сығарыу ҡорамалдарының ышаныслылығын арттырыу проблемаларына арналған. Я. тарафынан эксперт системаларҙа ҡулланыу өсөн быраулау һәм нефть промыслаһы ҡорамалдарының торошон диагностикалау критерийҙары, тәрәндә эшләгән быраулау ҡорамалдарының эксплуатациялау‑технологик торошон баһалау методикаһы һ.б. эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Скважинные насосные установки для добычи нефти. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019