Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛИЕВ Ким Мәсғүт улы

Просмотров: 563

ЯМАЛИЕВ Ким Мәсғүт улы (18.12. 1928, Үзбәк ССР‑ы Ҡатты‑Ҡурған ҡ. — 8.3.2012, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). А.М.Ямалиевтың ағаһы. Урал ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1959) БДУ‑ла эшләй. 1967 й. алып Геология ин‑тында (1969 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1976 й. – ИПТЭР‑ҙа: өлкән, 1991 й. алып баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1989—2005 йй. лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге металлофизикаға арналған. Я. тарафынан оҙаҡ файҙаланылған магистраль нефть үткәргес торбаларының иҫкереүе һәм деформацияланыуы процестарының законлыҡтары, шартлатып ҡырҡыу ваҡытында шартлау энергияһының торба металына тәьҫире тикшерелгән, нефть үткәргестәрҙең ҡалдыҡ ресурсын баһалау методикаһы һ.б. эшләнгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1983).

Х е ҙ м.: Диффузное рассеяние рентгеновских лучей стареющими сплавами. М., 1973; Старение труб нефтепроводов. М., 1995 (авторҙ.); Трещиностойкость металла труб нефтепроводов. М., 2001 (авторҙ.).

К.М.Ғүмәров Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019