Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛИЕВ Памир Камалетдин улы

Просмотров: 540

ЯМАЛИЕВ Памир Камалетдин улы (26.5.1942, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Ташауыл а. — 27.3.1999, Өфө), тренер. Биатлон б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1994) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1969). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1993). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1976). 1974 й. алып Н.Ф.Гастелло ис. спорт клубы, бер үк ваҡытта 1986 й. башлап Биатлон б‑са СДЮСШОР тренеры һәм БР йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Л.И.Дюпина, П.И.Муслимов, ш. уҡ 30‑ҙан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар. 2002 й. алып йыл һайын Өфөлә Я. иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019