Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛИЕВ Сәлих Ямалетдин улы

Просмотров: 392

ЯМАЛИЕВ Сәлих Ямалетдин улы [8.4.1889, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Исмәғил а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 1.7.1938, Өфө], педагог. Көнсығыш пед. ин‑тын тамамлаған (Ҡазан, 1929). 1917 й. алып Бәләбәй ҡ. башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1918 й. башлап Бәләбәй татар‑башҡорт пед. техникумы уҡытыусыһы, 1924 й. — директоры. 1930 й. алып БАССР‑ҙың Мәғариф ХК‑нда эшләй (1936—37 йй. мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары). Мәктәптәрҙә һәм педагогия училищеларында башҡорт телен һәм татар телен уҡытыу теорияһы һәм методикаһы мәсьәләләрен тикшергән. 100‑ҙән ашыу хеҙмәт, ш. иҫ. уҡытыусылар өсөн уҡытыу­методик әсбаптар, авторы. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.

Р.З.Алмаев, Т.И.Әминев Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019