Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛОВ Марат Барый улы

Просмотров: 604

ЯМАЛОВ Марат Барый улы (27.3. 1947, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1965—66 йй. “Калтасинская заря” гәз. әҙәби хеҙм‑ре. 1971 й. алып БДУ‑ла: ВЛКСМ ком‑ты секретары (1972 й. тиклем), 1975 й. башлап уҡыта. 1977 й. алып БДПУ‑ла эшләй (1988 й. тиклем һәм 1999—2001 йй. Ватан тарихы каф. мөдире). 1998—2010 йй. БР Президенты Хакимиәтендә: 2001 й. башлап мәғлүмәт‑аналитика идаралығы нач., 2006 й. алып (өҙөклөк м‑н) өлкән референт, 2009 й. БР Президентының өлкән референты. Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәй һәм Башҡортостандың соц.‑иҡт. һәм сәйәси тарихына арналған. Я. индустриялаштырыуҙы комплекслы тикшереү принциптарын, атап әйткәндә, сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, агросәнәғәт комплексы, элемтә, торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ, көнкүреш хеҙмәте һәм сауҙа үҫешен тикшереү принциптарын эшләй. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, “Мин бала саҡ туғайҙарына ҡайтам әле” (“Я ещё вернусь в долины детства”; 1995), “Тыныслыҡ йөҙөндә йылмайыу” (“Улыбка над ликом покоя”; 2004), “Күктәге карусель” (“Небесная карусель”; 2006) шиғыр йыйынтыҡтары һ.б. авторы. Р.М. Миңнуллин, М.Сәлим һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Х е ҙ м.: XX век в судьбах Отечества. Уфа, 1995; Индустриальное развитие Республики Башкортостан (1965—1985 гг.). Уфа, 1998; Село Башкортостана в 1945—2000 годы. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Р.З.Алмаев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019