Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАНҒОЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 530

ЯМАНҒОЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Отрада а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Туғыҙтимер й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 172 кеше; 1920 – 245; 1939 – 264; 1959 – 261; 1989 – 224; 2002 – 244; 2010 — 237 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Отрада урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Сотник Яманғол Уңғаров исеме м‑н аталған. 1‑се башҡорт кантонының үҙәге булып торған (1855). 1866 й. 25 йортта 178 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1891 й. Яманғол утары иҫәпкә алынған (18 кеше). 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. Р.Ф.Байбулатов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019