Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАНЙЫЛҒА, йылға

Просмотров: 381

ЯМАНЙЫЛҒА, йылға, Өфө й. һул ҡушылдығы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). БР‑ҙың Салауат р‑ны һәм Силәбе өлк. сигендәге Ҡаратау һыртының төньяҡ битләүенән башлана. Салауат һәм Нуриман р‑ндары буйлап көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай аға. Өфө й. (тамағынан 166 км алыҫлыҡта) ҡоя. Даими аҡмаһы булған йырҙаһының оҙонлоғо — яҡынса 24 км. Башынан 8 км алыҫлыҡта Я. ярыҡтарға инеп юғала (һыу аҡҡанын ҡар ирегәндә йәки яуым‑төшөм ваҡытында ғына күрергә мөмкин). 60 км һуҙымында һыу даими аҡмай, Яманйылға (Мочальный) сағылынан һәм уның Шишмә‑Вәрәш, Озёрский, Ҡыҙҙаркүл һ.б. ҡушылдыҡтарынан тора. Ер өҫтөнә тамағынан 16 км алыҫлыҡта сыға. Түбә шишмәһе эргәһендә (тамағынан 5 км алыҫлыҡта) уртаса йыллыҡ һыу сығымы яҡынса 0,5 м3/с. Йылға басс. Өфө яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан, карст үҫешкән (упҡындар, соҡорҙар, ярыҡтар, убылған урындар, үҙәндәр, сағылдар). Ландшафы кәҫле‑карбонатлы, кәҫле көлһыу, ҡара болон, һоро урман тупраҡтарындағы ҡайын, ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙан, болондарҙан ғибәрәт. Я. һыуҙары Красный Ключ сығанағын туйындыра. Иң ҙур ҡушылдығы — Оло Ҡоҙаш (уң).

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019