Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЖИРӘ ЙЫРЫ”, башҡорт халыҡ йыры

Просмотров: 383

“ХӘЖИРӘ ЙЫРЫ”, “Хәжирәкәй”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр йырҙың көйөн Н.Д.Шоңҡаров 1965 й. БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Туңғатар а. Г.Яҡуповтан яҙып ала. Лирик‑эпик йыр. 19 б. 1‑се ярт. барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. Легенда б‑са йырҙы М.Е.Буҙыҡаевтың ҡыҙы Хәжирә ижад итә, уны 1‑се мишәр кантоны нач. Ихсан Азаматовтың (ҡара: Азаматовтар) улы Шаһишәрифкә кейәүгә бирәләр. Хәжирәнең әсәһе — Буҙыҡаевтың беренсе ҡатыны Йәмилә ғәйебе өсөн каторгаға ебәрелгән була. Йырҙа Хәжирә яҡындары, тыуған ере һәм әсәһе т‑да хәтирәләргә бирелә. Көйө “Азамат” йырына оҡшаш. Башҡарыусылар араһында С.М.Ильясов, Х.С. Йәнбирҙина бар.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019