Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАНТАУ, һырт

Просмотров: 379

ЯМАНТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Салауат р‑ны буйлап Һикияҙ һәм Падчина йй. (Әй й. ҡушылдыҡтары) араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 14 км, киңлеге 1—4 км, абс. бейеклеге 509 м. Бейеклеге 473—509 м булған 4 түбәһе бар. Рельефы тәпәш тауҙарҙан ғибәрәт. Девон эзбизташтарынан, доломиттарынан, алевролиттарынан, ҡомташтарынан тора. Һыртта Әй й. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан ғибәрәт.

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019