Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАНТАУ”, башҡорт халыҡ йыры

Просмотров: 386

“ЯМАНТАУ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр Н.Д.Шоңҡаров тарафынан 1960 й. БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а. Мөғәллим Мирхәйҙәровтан яҙып алына һәм “Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар” йыйынтығында (1‑се китап, 1974) баҫтырыла. Артабанғы яҙмаларын Л.Г.Бараг, С.Ә. Галин, Ф.Х.Камаев, Ә.М. Сөләймәнов, Л.Ҡ. Сәлмәнова башҡара. Фәлсәфәүи йыр. “Я.” 18 б. Верхнеурал өйәҙендәМәскәүҙән килгән алпауыт башҡорттарҙан алдау юлы м‑н ер һәм Ямантауҙы һатып алыуы осрағына бәйле барлыҡҡа килә. Легенда б‑са, бер егет батша властарының ғәҙелһеҙлегенә ҡаршы сығыш яһай, әммә яҡлау тапмайынса, өмөтһөҙлөккә бирелеп, тауға сығып китә, ғәҙелһеҙ тормошто һүрәтләп йыр сығара, уны “Я.” тип атайҙар. Йыр өсөн бәләкәй диапазон (октава), алмаш метр, ижектәрҙе һуҙып көйләү һәм орнаментика булмауы хас. Квартаға түбәнәйеү һәм секунд интонациялары эпик характер бирә; төп көйҙө вариациялау һөҙөмтәһендә драматик үҫеш барлыҡҡа килә. Көйө 7‑се баҫҡысы булған мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән. Башҡарыусылар араһында Ф.Ә. Килдейәрова. Әҙәб.: Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.К.Сальманова. Уфа, 2007.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019