Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАНҺАРЫ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 322

ЯМАНҺАРЫ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Бахмут а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Туғыҙтимер й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 468 кеше; 1920 – 561; 1939 – 264; 1959 – 362; 1989 – 257; 2002 – 294; 2010 — 232 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Яманһары Яппаров исеме м‑н аталған. 1795 й. 108 йортта 233 кеше йәшәгән, 1866 й. 45 йортта — 406 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне иҫәпкә алынған. 19 б. аҙ. – 20 б. 20‑се йй. Яманһары утары теркәлгән. С.Р.Әлибаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019