Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАНҺАРЫ ЯППАРОВ

Просмотров: 317

ЯМАНҺАРЫ ЯППАРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И. Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһының Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1773 й. сент. аҙ. отряд йыйып (300‑гә яҡын кеше), Пугачёвты тотоуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы Иманғол а. (Ырымбур өлк. Октябрь р‑ны) килә. Окт. отрядын Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә алып килә, Ырымбурҙы ҡамауҙа ҡатнаша. 1774 й. март аҙ. — апр. башында баш күтәреүселәр хәрәкәтенән сыға, отрядын Пугачёвты эҙәрлекләүгә йүнәлтә, И.Л. Тимашев (ҡара: Тимашевтар) етәкс. хөкүмәт командаһына ҡушыла. 1774 й. йәйендә яңынан баш күтәреүселәр яғына сыға. Я.Я. һәм Аҡбулат Раҡаевтың йыйылма отряды (2 меңгә яҡын кеше) И.Г.Шевич етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғышта (1774 й. июле, Иманғол а. янында) еңелгәндән һуң баш һала. Башҡорт ауылдарында көрәште туҡтатыу өсөн агитация алып бара, үҙ улусының башҡорттарҙан торған отрядын хөкүмәт ғәскәрҙәренә ярҙамға ебәрә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Көйөргәҙе р‑нындағы Яманһары а. уның исеме м‑н аталған.

Н.М.Ҡолбахтин Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019