Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙ Мөхәмәтйәров, шағир

Просмотров: 962

ХӘЙ Мөхәмәтйәров [ысын исеме Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы; 2.9.1911, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Ҡунаҡбай а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 1941 й. дек., ?; башҡа мәғлү­мәттәр б‑са,1942 й. ғин., Мәскәү өлк.], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934).Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1937). 1928 й. алып Арғаяш кантоныныңбашҡарма ком‑тында пионер эштәре б‑са бюро мөдире,1929 й.—“Керпе” (ҡара: “Аманат”) ж., 1930 й. — “Йәш төҙөүсе” (ҡара: “Йәншишмә”) гәз., 1931 й. “Ленинсы” гәз. баш мөхәррире; 1938—40 йй. Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда эшләй. Фронтта һәләк була. Әҫәрҙәре 20‑се йй. уртаһында баҫыла башлай. “Барышта” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1931 й. сыға. “Икенсе тыуыу” (1934) поэмаһында ауылдағы коллективлаштырыу ваҡиғалары һүрәтләнә. “Өлгөрөү” (1940) китабына ингән әҫәрҙәренә һүрәтләгәндәрҙе фәлс. яҡтан аңлау, йәшәү һәм үлем, кешенең тәбиғәттәге һәм йәмғиәттәге урыны т‑да уйланыуҙар хас. Башҡорт яҙыусылары араһында тәүгеләрҙән булып сонет жанр формаһын үҙләштерә (“Өлгөрөү”, “Өфө мотивтары” циклдары; икеһе лә – 1939). Х. ижадында баллада, йыр, мәҙхиә, юлъяҙмалар бар. А.С.Пушкиндың шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә иткән.

Әҫәрҙ.: Шиғырҙар, поэмалар, хаттар, көндәлектәр, иҫтәлектәр. Өфө, 1982.

Әҙәб.: Кулибай С. Лирика М.Хая Родник. Уфа, 1968.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019