Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙБУЛЛА МУЗЕЙЫ

Просмотров: 397

ХӘЙБУЛЛА МУЗЕЙЫ. Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а. урынлашҡан. 1993 й. ойошторола, 1994 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. Хәйбулла тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы статусын ала. 1995 й. экспозицияһы асыла. Музей фондында 7 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 19 б. аҙ. — 20 б. башы этнография коллекцияһы (һарауыс, ситек, туҡыу­сылыҡ, кейеҙ баҫыу әйберҙәре), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар т‑да фото‑һәм документаль материалдар һ.б., бар. 5 залда урынлашҡан экспозиция Б.В. һуғышына, районда йәшәүсе халыҡтарҙың матди мәҙәниәтенә, тәбиғәткә арналған бүлектәрҙән тора. Төбәктәге флора һәм фауна диорамаһы, “Хәйбулла төбәге ҡурайсылары менән данлы” (Й.М.Иҫәнбаевҡа һ.б. арналған), “Беҙ — интернационалистар. Ваҡыт беҙҙе һайланы”, “Хәйбулла ерендәге батырлыҡ” стендтары һ.б. бар. Музейҙа хәтер кисәләре, иҫтәлекле даталарға арналған саралар, асыҡ ишек көндәре һ.б. үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019