Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙБУЛЛА СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

Просмотров: 322

ХӘЙБУЛЛА СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. 1937 й. Хәйбулла р‑ны Һамар а. ойошторола, 2001 й. ябыла. Башҡортостандың Урал аръяғы дала зонаһы һәм Урал алды дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген культураларының, ҡуҙаҡлы иген культураларының сорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнгән. Х.с.һ.у. тарафынан сорт агротехникаһы б‑са производство тәж. үткәрелгән, Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрына һәм БР б‑са ҡулланылышҡа индерелгән сорттарҙың орлоғон етештергән. Һөрөнтө ерҙәренең майҙаны — 300 га (1998). Х.с.һ.у. тәҡдиме б‑са Дәүләт реестрына яҙғы бойҙайҙың Омская 20, Саратовская 55; яҙғы арпаның — Омская 86, Прерия; фасолдең Уфимская; судан үләненең Чишминская ранняя; сорго‑судан гибридының — Сенокосный; май биреүсе етендең — ВНИИМК 620; ноҡот борсағының Краснокутский 28 сорттары индерелгән. 1996—98 йй. Х.с.һ.у. уртаса уңдырышлылыҡ (ц/ га): Омская 20 яҙғы бойҙайы — 33,7; Омская 86 арпаһы — 22; Уфимская фасоле — 11,9; Чишминская ранняя судан үләне — 32.

Р.К.Кадиков

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019