Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙБУЛЛИН Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы

Просмотров: 859

ХӘЙБУЛЛИН Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы [29.12.1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Сөләймән а. (БР‑ҙың Ейәнсура районы) — 10.11.1943, Белорус ССР‑ының Воломановка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ейәнсура районының “Ҡыҙыл Һүрәм” колхозында эшләй. 1941 й. октябренәнҮҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 7‑се гвардия кавалерия корпусы Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы ҡорал отделениеһы командиры гвардия сержанты Х. 1943 й. 27 сентябрендә Белорус ССР‑ының Нивки а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән. Ейәнсура районында Х. исеме тыуған ауылындағы һәм Иҫәнғол а. урамдарға бирелгән, Байдәүләт а. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022