ХӘЙБУЛЛИН Миңлеғәлим Хисам улы
ХӘЙБУЛЛИН Миңлеғәлим Хисам улы [12.2.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Әхмәр а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], агроном, хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1988). БАХИ‑ны тамамлаған (1980). 1943 й. башлап Ишембай р‑нында эшләй: 1953 й. алып баш бухгалтер, 1964 й. — партия ком‑ты секретары, 1965—75 йй. “Коммунар” к‑зы, 1976 й. башлап “Коммунизм” к‑зы рәйесе; 1989 й. алып бүлек инструкторы, 1990—91 йй. Ишембай ҡала халыҡ депутаттары советының башҡарма ком‑тында бүлек мөдире, 1993—97 йй. Әхмәр а/с белгесе. Х. етәкс. “Коммунизм” к‑зы үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы — 30 ц/га, шәкәр сөгөлдөрөнөң 229 ц/га тәшкил итә (1980). Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1973), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.
Тәрж. А.Н.Күсеев