Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙБУЛЛИНА Татьяна Николаевна

Просмотров: 372

ХӘЙБУЛЛИНА Татьяна Николаевна (19.10.1956, Ырымбур ҡ.), театраль педагог. Проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2002), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2007). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1992). ӨДСИ‑не тамамлаған (1981; Л.В.Вәлиев курсы), 1982 й. алып шунда уҡ уҡыта: 2000 й. башлап театр ф‑ты деканы,бер үк ваҡытта 2012 й.алып сәнғәт тарихы һәм теорияһы каф.мөдире.

Фәнни тикшеренеүҙәре сәнғәт ижады психологияһына арналған. Уҡыусылары араһында С.Ғ.Ғиниәтуллина, Н.Н.Иҡсанова, О.Ю.Шәрәфетдинова, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре О.А.Буслаева һ.б. бар. С.Я.Маршактың “Бесәй йорто” (“Кошкин дом”; 2005, Р.Х.Лощенкова м‑н берлектә, Туймазы татар драма театры; татар телендә) спектакле, “Студент яҙы” Башҡортостан вуздары студенттарының сәнғәт ижады респ. фестиваленең гала‑концерттары (Өфө, 2000—10) һ.б. режиссёры. 12 уҡытыу әсбабы, 14 уҡытыу‑методик хеҙмәт һәм 5 уҡыу программаһы авторы. “Һинең шанс” (“Твой шанс”) Халыҡ‑ара студент һәм диплом спектаклдәренең театр фестивале (Мәскәү, 2007), “Халыҡ ижады — Рәсәй профсоюздарының 100 йыллығына” (“Народное творчество — 100‑летию профсоюзов России”) Бөтә Рәсәй фестивале (Өфө, 2005) лауреаты; В.Н.Яхонтов ис. Бөтә Союз тасуири уҡыусылар конкурсы (Ленинград, 1980) һ.б. дипломанты.

Хеҙм.: Практические занятия по освоению элементов актёрского мастерства. Уфа, 2001; Основы режиссёрской работы в театральном коллективе. Уфа, 2002; Психология художественного творчества. Уфа, 2003.

С.Ғүсемова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019