Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙБӘТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 395

ХӘЙБӘТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Урғалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 60 км һәм Урғалы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Кесе Урғалы й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 329 кеше; 1920 — 307; 1939 — 452; 1959 — 382; 1989 — 172; 2002 — 173; 2010 — 143 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Урғалы урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1837 й. Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1846 й. бында Силәбе өйәҙенең ш. уҡ улусындағы Кәлтән, Раҫманғол һәм Юламан аа. башҡорттары күсеп ултырған. 1865 й. 44 йортта 240 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, һунар, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете булған; шөғөлдәр араһында тау з‑дтары өсөн урман ҡырҡыу теркәлгән.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019