Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙҘӘРОВ Мөхәмәт Аллаяр улы

Просмотров: 385

ХӘЙҘӘРОВ Мөхәмәт Аллаяр улы [7.3.1915, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мулдаш а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) – 17.7.1999, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын (1949), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1958) тамамлаған. 1933 й. алып “Ударсы” (ҡара: “Учалинская газета”) гәз. редакцияһында эшләй, 1935 — 36 йй. “Ленинсы” гәз. бүлек мөдире. 1946 – 56 йй., 1958—67 йй. Урал аръяғы зонаһы б‑са “Башҡортостан” гәз. үҙ хәбәрсеһе. “Ике пьеса” исемле тәүге китабы 1959 й. сыға. “Китмәҫ өсөн килдем” (1994) романы автобиографик характерҙа яҙылған. “Йондоҙҙар” (1963), “Әгәр һин булмаһаң...” (1978), “Алтын һуҡмаҡ” (1985) йыйынтыҡтарына ингән повесть һәм хикәйәләре әхлаҡ проблемаларына, хеҙмәт темаһына арналған. Башҡортостан театрҙарында һ.б. ҡуйылған “Һүнмәҫ мөхәббәт” (1950—1951), “Ирәндек буйында” (1950) һ.б. пьесалар авторы. М.Мортазин ис. пр. лауреаты (1994). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. 1936 й. репрессиялана (3 йылға иркенән мәхрүм ителә). 1957 й. аҡлана. Өфөлә һәм тыуған ауылында Х. йәшәгән йорттарға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Күк Ирәндек буйында. Өфө, 1965; Уралып аға Урал: ике повесть. Өфө, 1981.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019