ХӘЙҘӘРОВ Рауил Рәфиз улы
ХӘЙҘӘРОВ Рауил Рәфиз улы (25.12. 1966, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1990). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983—88), “Динамо” (Мәскәү, 1988—92) командаларында уйнай. Бөтә донъя универсиадаһы (1985), СССР (1990—91), БДБ (1992) чемп., “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәз. приздарына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1990). Йәштәр араһында донъя чемп. (1986) һәм донъя чемпионатының бронза призёры (1985). Үҫмер спортсылар араһында Европа чемп. (1984). Үҫмерҙәр араһында СССР (1983), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1981) чемп., СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1982). СССР (1989—91), БДБ (1992) йыйылма командалары ағзаһы. 1992 й. алып Германияла эшләй.
Тәрж. М.Н.Моратшина