Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙРИ Ғәйнан, яҙыусы

Просмотров: 541

ХӘЙРИ Ғәйнан (ысын исеме Хәйриев Тимерғәйнан Хәйретдин улы; 15.6.1903, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Мәсетле а., хәҙ. БР‑ҙың Нуриман р‑ны Иҫке Күл а., – 16.10.1938, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Тыуған ауылында мәҙрәсәлә уҡый. 20‑се йй. — 30‑сы йй. башында “Башҡортостан йәштәре”, “Белем”, “Трактор” (Өфө), “Башкурдистан” (ҡара: “Башҡортостан”) һ.б. респ. гәз. һәм журналдары редакцияларында эшләй. Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуына һәм үҫешенә тос өлөш индерә. Х. ижадына жанр һәм тематика төрлөлөгө, баҙыҡ образдар аша бирелгән тәрән идеялылыҡ хас. “Беҙҙең яҙ” (1927) исемле шиғри йыйынтығына ингән әҫәрҙәрендә яңы соц. йәмғиәт өсөн көрәште һәм уның геройҙарын данлай, иҫкелек яҡлыларҙы тәнҡитләй, әхлаҡи таҙалыҡты яҡлап сыға. Башҡорт әҙәбиәтендә “Боролош” исемле тәүге роман (1925–1928, 1967 й. баҫыла; урыҫса тәржемәһе “Поворот”, 1976) авторы, унда Беренсе донъя һуғышынан алып 20‑се йй. уртаһына тиклемге ваҡыт һүрәтләнә, башҡорт халҡы тормошондағы төп соц. үҙгә­рештәр кәүҙәләндерелә. “Кооператорҙар” (1926; татар телендә), “Бүлмә” (1929), “Ҡатын” (1931), “Өсәүҙең тарихы” (1990 й. баҫыла) повестарында, хикәйәләрендә һ.б. әҫәрҙәрендә яңы иҡт. мөнәсәбәттәрҙең формалашыуы, вазифалы кешеләрҙең бюрократлығы, ҡатын‑ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлы булыуы һ.б. замандың актуаль проблемалары күтәрелә. Х. ижадында ш. уҡ пьесалар урын алған (“Рәхим мөхәббәте”, 1934; “Тайпылыш”, “Емерелгән диуарҙар”, баҫылмағандар). Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоциацияһын ойоштороуҙа; 1‑се Бөтә Союз пролетар яҙыусылар съезында (Мәскәү, 1928) ҡатнаша. Н.В.Гоголь, М.Горький әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Нуриман р‑ны Ҡыҙылъяр а., тыуған ауылында Х. исеме урамдарға бирелгән, Иҫке Күл урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Башҡорт ауылында: очерктар. Өфө, 1927; Онотолған әкиәт: очерктар. Өфө, 1927; Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1953.

Әҙәб.: Сафуанов С.Ғ. Ғәйнан Хәйри: тормошо һәм ижады. Өфө, 1983; Кулибай С. Первый башкирский роман //Родник. Уфа, 1968.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019