Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙРИ Ринат, шағир

Просмотров: 462

ХӘЙРИ Ринат (ысын исеме Хәйретдинов Ринат Мәғәфүр улы; 19.1.1950, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Үрмәт а. — 5.9.1990, шунда уҡ), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). БДУ‑ны та­мамлаған (1974). “Маяк” гәз. эшләй. “Әле яҙ башы ғына” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1983 й. сыға. Х. шиғриәтенә эскерһеҙ интонация, лирик тәьҫирлелек хас. “Эҙләйем һине” (1990) йыйынтығына ингән “Ҡайындар һәм кешеләр” поэмаһының төп темаһы – кеше м‑н тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәт. Балалар өсөн яҙылған “Минең уйынсыҡтарым” (1986), “Ҡанаттар ҡайҙа үҫә?” (1993), “Тылсымлы һандыҡ” (2010) һ.б. шиғырҙар китаптары авторы. Ижадында ш. уҡ робағиҙар бар. Х. әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1992). Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. урамға, тыуған ауылында урта мәктәптәге музейға һәм урамға Х. исеме бирелгән; ул йәшәгән йортҡа һәм “Маяк” (“Маяҡ”) гәз. редакцияһы урынлашҡан бинаға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Мин үҙем йәшен инем: повесть, поэмалар. Өфө, 2000.

Әҙәб.: А р а л б а е в Ҡ. Дауылдарға ҡаршы барыр саҡ (Ринат Хәйри ижады) Хәте­ремдең тере ҡуҙҙары. Өфө, 2007.

Ф.С.Фазылова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019