ХӘЙРУЛЛИН Радик Мәғзинур улы
ХӘЙРУЛЛИН Радик Мәғзинур улы (2.8.1958, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Красивая Поляна а.), анатом, антрополог. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). Рәм.М.Хәйруллиндың ағаһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй. 1991 й. алып Ульяновск ун‑тында: 1992 й. башлап кеше анатомияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2003—10 йй. медицина, экология һәм физик культура ин‑тының мәғлүмәт технологиялары б‑са дир. урынбаҫары һәм Төбәк телемедицина үҙәге етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре биомедицина антропологияһына, биомәғлүмәт технологияларына, бионанотехнологияларға арналған. Халыҡ‑ара БДБ илдәренең морфологтары ассоциацияһы вице‑президенты (2000—04), РФ Мед. антропологтары ассоциацияһы вице‑президенты (2013—16). 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Факторы изменчивости кожных узоров пальцев. Ульяновск, 2005 (авторҙ.); Внутриутробное развитие человека. М., 2006 (авторҙ.); Кисть современного человека по данным рентгеноостеометрии. Саарбрюкен, 2011 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина