Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙРУЛЛИНА Мөсәллиә Хәйрулла ҡыҙы

Просмотров: 358

ХӘЙРУЛЛИНА Мөсәллиә Хәйрулла ҡыҙы (Ғәле ҡыҙы) (15.12.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Иҫке Имәнкүпер а., хәҙ. БР‑ҙың Борай р‑ны Баҡалы а., — 2.10.2008, Өфө), педагог‑методист. Пед. ф. д‑ры (1971), проф. (1972). РСФСР‑ҙың (1987) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1974), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1941) ТАССР һәм БАССР‑ҙың Борай р‑ны мәктәптәрендә эшләй. 1945 й. алып Өфөнөң 9‑сы башҡорт урта мәктәбе дир. урынбаҫары, директоры. 1950—93 йй. БДУ‑ла: 1955—56 йй. һәм 1972 й. башлап урыҫ теле, 1977 й. — урыҫ теле һәм уны уҡытыу методикаһы,1990 й.— урыҫ филологияһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт мәктәбендә урыҫ телен уҡытыу методикаһына арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. милли мәктәптәр һәм вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, авторы. Респ. ҡатын‑ҡыҙҙар советы рәйесе (1970–80).

Хеҙм.: Очерки по истории преподавания русского языка в национальной школе. Уфа, 1966; Родной язык как основа обучения русскому языку. Уфа, 1981.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019