Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙРУЛЛИН‑ҠАРЫЕВ Ғабдулла, актёр

Просмотров: 413

ХӘЙРУЛЛИН‑ҠАРЫЕВ Ғабдулла, Ғ. Ҡ а р ы е в (ысын исеме Хәйруллин Миңлебай Хәйрулла улы; 8.5. 1886, Ҡазан губ. Күлбаев Мурас а. — 28.1.1920, Ҡазан), актёр, режиссёр, театр‑йәмәғәт эшмәкәре. 1907 й. алып “Фажиғә вә мөсәккин исламиә” (“Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы”, Ырымбур ҡ.) труппаһы актёры, 1908 й. башлап “Сәйяр” труппаһының, 1918 й. — Орск ҡ. “Йәштәр союзы” эргәһендәге һәүәҫкәр театр труппаһының художество етәксеһе.

Татар театрының күренекле эшмәкәре, проф. татар театрына нигеҙ һалыусы. Х.‑Ҡ. ижады төрки мәғрифәтселек һәм мосолман реформаторлығы идеялары йоғонтоһонда формалаша һәм шартлы рәүештә 3 осорға бүленә. 1‑се осорона (1908—15) йәмғиәттең төрлө ҡатламдарынан булған сатирик типтарҙы кәүҙәләндереү: Мөхәмәтйән (“Беҙҙең ҡаланың серҙәре”), Туҡтағаев (“Банкрот”), Әнүәрбай (“Уйнаш” бөтәһе лә — Ғ.Камал); 2‑се осорона (1915—18) халыҡ араһынан булған ыңғай әхлаҡи нигеҙле кеше образдарын ижад итеү хас: Садиҡ (“Алдым‑бирҙем”), Закир (“Мөғәллимә”), Ғимаҙи (“Зөләйхә”; бөтәһе лә — Ғ.Исхаҡи), Бә­ҙри (“Ғәлиәбаныу”). Уның театрының идея‑эстетик программаһы һәм реалистик алымы революция (1917) ваҡиғалары йоғонтоһонда формалаша. Ф.Әмирхандың “Тигеҙһеҙҙәр”, Ғ.Исхаҡиҙың “Көрәш”, Ғ.Ю.Ҡоләхмәтовтың “Йәш ғүмер” спектаклдәре киҫкен соц. проблемалар, халыҡсанлыҡ идеялары, милли рух күтәренкелеге м‑н һуғарылған. Татар әҙәбиәте һәм мәғарифы эшмәкәрҙәре Ғ.Исхаҡи, Ғ.Камал, Ғ.Туҡай, урыҫ актёрҙары һәм режиссёрҙары, ш. иҫ. К.С.Станиславский, м‑н хеҙмәттәшлек Х.‑Ҡ. режиссёрлыҡ сәнғәте үҫеүенә, спектаклдәрҙә тулы художестволы образдарҙы тыуҙырыуға булышлыҡ итә: Ғ. Исхаҡиҙың “Зөләйхә”, Ш.Камалдың “Хажи әфәнде өйләнә”, М.Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” әҫәрҙәре. 3‑сө осоро (1918—19) Граждандар һуғышы ваҡиғалары м‑н ҡатмарлана, “Сәйяр” труппаһы тарҡала. Х.‑Ҡ. һуңғы режиссёрлыҡ эше — С.Л.Рәмиевтең “Йәшә, Зөбәйҙә, мин дә йәшәрмен” спектакле. Ҡарыев исеме м‑н Ҡазан татар йәш тамашасы театры, Ҡазанда урам аталған, тыуған яғында музей асылған.

Әҫәрҙ.: Истәлекләр, хатлар, мәкаләләр, пьеса //Габдулла Кариев. Казан, 1976.

Әҙәб.: Татар совет театры. Казан, 1975; Арсланов М. Татарское режиссёрское искусство (1906—1941). Казань, 1992.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019