Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘКИМ Әхиәр Хәсән улы

Просмотров: 683

ХӘКИМ (Хәкимов) Әхиәр Хәсән улы [23.8.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 27.12.2003, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән], яҙыусы. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2001). Филол. ф. канд. (1967). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1961). 1951 й. башлап Боҙаяҙ р‑ны мәктәптәрендә эшләй (1953—56 йй. Муса ете йыллыҡ мәктәбе дир.), 1961—66 йй. “Ағиҙел” ж. (1965 й. алып баш мөхәррир урынбаҫары), 1967— 92 йй. “Литературная газета” (“Әҙәби гәзит”; Мәскәү) хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1988—92 йй. РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1990—95 йй. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тында (Мәскәү) уҡыта. “Осар ҡоштар” исемле тәүге повестар йыйынтығы 1974 й. сыға. Х. әҫәрҙәре темаларҙың төрлөлөгө, сюжеттарҙың киҫкенлеге, характерҙарҙың масштаблылығы һәм тәрәнлеге м‑н айырыла. “Һауыр ҡумта”(1982; урыҫса тәржемәһе 1983), “Думбыра сыңы” (1984; урыҫса тәржемәһе 1988), “Каруан” (1997; урыҫса тәржемәһе 1999) тарихи романдары Алтын Урҙа осоро ваҡиғалары т‑да һөйләй, уларҙа 14 б. аҙ. ҡыпсаҡ, мең, үҫәргән башҡорт ҡәбиләләренең тормошо киң яҡтыртыла. “Өйөрмә” (1990; урыҫса тәржемәһе 1996), “Дауылдан ҡотолоу юҡ” (1994; урыҫса тәржемәһе 2000) романдарында революция (1917) һәм Граждандар һуғышы, сәйәси репрессиялар ваҡиғалары тасуирлана. Бөйөк Ватан һуғышының героик һәм трагик биттәрен сағылдырған “Күпер” (1975; урыҫса тәржемәһе 1978), “Аҡһаҡ бүре” (1976; урыҫса тәржемәһе 1978) повестарында, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ваҡыттағы атмосфераны яңынан тергеҙгән “Ҡош Юлы” (1986; урыҫса тәржемәһе 1990) романында, “Йәйғор” (1973; урыҫса тәржемәһе 1980), “Туй” (1977; урыҫса тәржемәһе 1983), “Эшелон” (1995; урыҫса тәржемәһе 1998) һ.б. повестарында халыҡтың бай рухи донъяһы асыла, әхлаҡи принциптар формалашыуының ҡатмарлы юлы күрһәтелә. Ысынбарлыҡты асыҡ яҡтыртҡан “Ҡуштирәк” (1981; урыҫса тәржемәһе 1984) сатирик романы колхоз ауылы тормо­шона, йәштәрҙең гражданлыҡ йәһәтенән үҫешенә арналған. “Пандора ҡумтаһы” (2001) сатирик повесы авторы. Х. әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, төрөкмән, украин, урыҫ, үзбәк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Урыҫ теленә “Урал батыр” эпосын, Ф.Ә.Иҫәнғолов әҫәрҙәрен, башҡорт теленә И.А.Гончаров, И.С.Тургенев әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Хәҙ. башҡорт прозаһының көн­үҙәк проблемалары,художестволы оҫталыҡ т‑дағы “Әҙәбиәт һәм заман” (1967), “Быуат менән бер тиң” (“С веком наравне”; 1971) әҙәби тәнҡит мәҡәләләре йыйынтыҡтары авторы. РСФСР‑ҙың М.Горький ис. Дәүләт пр. (1989), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1984), Ғ.Сәләм ис. пр. (1980) лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), “Почёт Билдәһе” (1979) орд. м‑н бүләкләнгән. Х. тормошо һәм ижады т‑да “Һаҙағайҙар” (“Сполохи”; 1997, “Башҡортостан” ДТРК; сценарий авторы Т.Искәндәриә, реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов) документаль фильмы төшөрөлгән. Дәүләкән ҡ. Хәкимов Ә. музейы асылған (2005), уның исеме урамға, тыуған ауылында урта мәктәпкә бирелгән.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 2000.

Әҙәб.: Сафуанов С.Ғ. Йыһан буйлап каруан кисте: Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Әхиәр Хәкимовтың тормошо һәм ижады тураһында. Өфө, 2009.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019