Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘКИМЙӘН Радик Закирйән улы

Просмотров: 533

ХӘКИМЙӘН (Хәкимйәнов) Радик Закирйән улы (25.8.1941, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2004). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1964 й. алып Өфө химия з‑дында эшләй, 1968 й. – “Металлист” Өфө ПБ‑нда цех нач., кадрҙар бүлеге нач., 1975 й. башлап Киров, 1978 й. – Октябрь район халыҡ контроле ком‑тында рәйес урынбаҫары, 1982 й. – Өфө ҡала халыҡ контроле ком‑тында бүлек мөдире, 1990 й. алып “Башкиробувь” ПБ‑нда һәм “Башвест” ААЙ‑нда кадрҙар һәм соц. мәсьәләләр б‑са ген. дир. урынбаҫары, 1998 й. башлап РФ Пенсия фондының БР б‑са бүлексәһендә кадрҙар бүлеге нач., 2001 й. БР Хеҙмәт һәм халыҡты соц. яҡлау министрлығында баш белгес. Х. шиғриәте патриотизм тойғоһо, тәрән лиризм м‑н һуғарылған. “Ергенәмдең йәме” (1994), “Ғүмер ағыштары” (1999),“Йырлы ғүмер” (2008), “Ғүмер көлтәһе” (2016; бөтәһе лә – татар телендә), “Уттарға индем” (2001) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарының нигеҙендә хәҙ. заман, тормош мәғәнәһе т‑да уйланыуҙар ята. Ғәлимйән Ғ.Ибраһимовтың Башҡортостан м‑н ижади бәйләнештәренә арналған фәнни‑публицистик мәҡәләләр авторы. Х. әҫәрҙәре урыҫ, төрөк телдәренә тәржемә ителгән. Х. шиғырҙарына Н.Ә.Дауытов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов, Т.М.Шәрипов һ.б. комп. тарафынан 500‑ҙән ашыу йыр яҙылған.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019