Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘКИМОВ Кәрим Әбдрәүеф улы

Просмотров: 546

ХӘКИМОВ Кәрим Әбдрәүеф улы [ысын исеме Ғәбделхәкимов Ғәбделкәрим Ғәбделрәүеф улы; 15.11.1890, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дүсән а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 10.1.1938, Мәскәү], дәүләт эшмәкәре, дипломат. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Х.Р.Хәкимовтың ағаһы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1910—11), Ҡыҙыл профессура донъя хужалығы һәм донъя сәйәсәте ин‑тында (Мәскәү, 1932—1935) уҡыған. 1918 й. алып Ырымбур губерна мосолман хәрби‑революцион ком‑ты, губерна башҡарма ком‑ты, РКП(б) ком‑ты ағзаһы, РКП(б)‑ның Ырымбур губерна ком‑ты мәғариф халыҡ комиссары. 1919 й. башлап Төркөстан фронтының 2‑се татар‑башҡорт батальоны ком.,1920 й.алып сәйәси идаралыҡ нач. урынбаҫары, бер үк ваҡытта Төркөстан Коммунистар партияһының ваҡытлы ҮК секретары. Бохара халыҡ совет респ. РСФСР‑ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, респ. Коммунистар партияһы ҮК секретары булып эшләгән. 1921 й. башлап СССР‑ҙың Ирандағы, 1924—27 йй. Һижаз короллегендәге, 1929 й. алып Йемендағы, 1935—37 йй. Сәғүд Ғәрәбстанындағы ген. консулы һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле. Көнсығыш халыҡтарының 2‑се Бөтә Рәсәй коммунистар ойошмалары съезы, Коммунистик Интернационалдың 3‑сө конгресы делегаты. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. Х. тыуған ауылында Хәкимов К. музейы асылған, һәйкәл ҡуйылған. Өфөлә Х. исеме м‑н урам аталған, Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” пьесаһы (1982) уға арналған.

Р.Ф.Хәйретдинов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019