ХӘКИМОВ Рәүеф Барый улы
ХӘКИМОВ Рәүеф Барый улы (7.10. 1956, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Никифар а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2005). Журналистар союзы ағзаһы (1980). БДПИ‑ны тамамлаған (1978). 1979–85 йй. (өҙөклөк м‑н) “Знамя ленинизма” (“Ленинзм байрағы”; ҡара: “Альшеевские вести”) гәз. эшләй: 1980 й. алып бүлек мөдире, 1984 й. – мөхәррир урынбаҫары. 1982–84 йй. ВЛКСМ‑дың Әлшәй район ком‑тында бүлек мөдире, 2‑се секретарь, 1985 й. башлап “Вперёд” (“Алға”; ҡара: “Буздякские новости”) гәз. мөхәррире, 1987 й. – КПСС‑тың Әлшәй район ком‑ты инструкторы; 1989–92 йй. “Путь Родины” (“Ватан юлы”) гәз. мөхәррир урынбаҫары, бүлек мөдире. 1995 й. алып “Өмет” гәз.: хәбәрсе, бүлек мөдире; 2000 й. – “Ҡыҙыл таң” гәз. Әлшәй зонаһы б‑са үҙ хәбәрсеһе. Соц.‑көнкүреш темаларына мәҡәләләр, “Валлаһи” (1992), “Кемдең бүрке йылыраҡ?” (2004; икеһе лә – татар телендә) хикәйәләр йыйынтыҡтары һ.б. авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2001).
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов