Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘКИМОВ Халиҡ Рәүеф улы

Просмотров: 372

ХӘКИМОВ Халиҡ Рәүеф улы [ысын исеме Ғәбделхәкимов Халиҡ Ғәбделрәүеф улы; 1.7.1895, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дүсән а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 3.4.1975, Мәскәү, тыуған яғында ерләнгән], инженер. Техник ф. д‑ры (1956), проф. (1957). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. К.Ә.Хәкимовтың ҡустыһы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1930). 1908—16 йй. Ташкент т. юлында эшләй; 1919—22 йй. АСБР Эске эштәр ХК‑ның милли эштәр б‑са бүлек мөдире (Стәрлетамаҡ ҡ.). 1930 й. алып Н.М.Герсеванов ис. Нигеҙҙәр һәм ер аҫты ҡоролмалары ҒТИ (Мәскәү) хеҙм‑ре, 1951 й. башлап свайлы фундаменттар лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ер тоҡомдары механикаһына арналған. Х. тарафынан тәбиғи нигеҙҙәрҙәге ҡоролмаларҙың ултырыуын билдәләү методикаһы, тупраҡты яһалма туңдырыу технологияһы һ.б. уйлап табылған, улар фундаменттар төҙөүҙә һәм ер аҫты төҙөлөшөндә ҡулланыла. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1958, 1961).

Хеҙм.: Замораживание грунтов в строительных целях. М., 1962.

Ф.Ф.Буранғолова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019