ХӘКИМОВА Шәмсиә Ғәҙи ҡыҙы
ХӘКИМОВА Шәмсиә Ғәҙи ҡыҙы [3.6. 1908, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Балтас а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) — 18.11. 2003, Өфө], инженер‑металлург. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1958). Мәскәү ҡорос ин‑тын тамамлағандан һуң (1936) 1963 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (Өфө) эшләй: инженер‑технолог, 1937 й. алып һәм 1939 й. башлап лаб. нач., 1941 й. — өлкән инженер‑тикшереүсе, 1943 й. алып лаб. начальнигы. 1938— 39 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тында бүлек мөдире урынбаҫары. Х. инициативаһы м‑н производствоға материалдарҙың арыуға ҡаршы тороу ныҡлығын билдәләү өсөн һынау алымдары, юғары т‑рала вакуумда эшкәртелгән иретмә структураһын тикшереү өсөн металлография ысулы индерелгән. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1944).
Тәрж. А.Н.Күсеев