Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАШ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 321

ЯМАШ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Осиновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 130 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1295 кеше; 1920 – 1393; 1939 – 865; 1959 – 376; 1989 – 164; 2002 – 254; 2010 — 148 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1677 й. Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан ҡасып килгән крәҫтиәндәр (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, батша һарайы крәҫтиәндәре) нигеҙ һала. 1763 й. 3 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. Я. (Сатаниха) 134 йортта 886 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, уч‑ще булған. 1906 й. 2 сиркәү (1846 й. һәм 1904 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, һыу тирмәне, тимерлек, шарап, 3 бакалея һәм 2 мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр үткәрелгән. Ф.Л. Антипин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019