Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАШАТАУ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 332

ЯМАШАТАУ ҠУРҒАНДАРЫ, 9—10 бб. археологик ҡомартҡыһы. Күгәрсен р‑ны Назаркин а. эргәһендә Ямашатау түбәһендә урынлашҡан. 1968 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асылған һәм тикшерелгән. Тупраҡ өйөп яһалған (диам. 12 м, бейеклеге 0,5 м) һәм таш ҡоролмалары булған (диам. 2—3 м, ҡалынлығы 0,3 м) ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 2 ҡурғандан тора, уларҙың береһендә 2 ҡәбер, йола б‑са ерләнгән 2 баш һөйәге, эсе ҡыуыш һөйәк һәм йылҡы ҡабырғалары; ҡәбер эсендәге балсыҡ араһында һынташ башы ярсығы табылған. Ҡабыҡҡа төрөлгән мәйет киртләсле тәрән (2,1 м) ҡәбер соҡоронда (киңлеге 0,2 м) салҡан һалып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә ҡорал (туҙ һаҙаҡ, тимер бысаҡ һәм уҡ башаҡтары, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар), бил ҡайыштары (бронза, тимер һәм көмөш ҡаптырмалар, пластинкалар, ш. иҫ. кәзә һынлы пластинкалар, ҡыҫтырғыстар, сулпылар), ат егеү кәрәк‑ярағы (ағас эйәр, тимер өҙәңгеләр, ауыҙлыҡтар, хайуан һындары төшөрөлгән ауыҙлыҡтар), күн әйберҙәр (ҡайыш, аяҡ кейеме, футляр) һәм туҡымалар (ебәк, согдий ебәге тип фараз ителә, киндер), хайуан, башлыса йылҡы һөйәктәре һалынған. Ҡомартҡы Урта быуаттар осоронда Көньяҡ Уралға төрки ҡәбиләләрҙеңкилеп ултырыу процесын сағылдыра. Я.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Н.А.Мәжитов Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019