ХӘЛИЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
ХӘЛИЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Хәлил а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Дарыулы й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 418 кеше; 1920 — 1091; 1939 — 679; 1959 — 508; 1989 — 1061;2002 — 1070;2010 — 1117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле), китапхана, мәсет бар.
Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (60 йортта 314 кеше теркәлгән). 1866 й. 72 йортта 451 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсәтеркәлгән, йәрминкәләр үткәрелгән. Р.З.Амангилдина, Ш.С. Бикҡолов, З.Ә.Ғәлин, Ә.Ғ.Дәүләтов, Ғ.Ф.Сарбаев, Х.Ш.Әхмәтшин ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев