Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМБАЙ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 278

ЯМБАЙ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 534 кеше; 1920 – 629; 1939 – 468; 1959 – 406; 1989 – 179; 2002 – 126; 2010 — 124 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1680 й. алып билдәле. 19 б. 1‑се ярт. башлап Мендәш а. (17 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән) м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1865 й. Мендәштә (Я.) 70 йортта 352 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019