Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЛИЛОВ Зыя Ишбулды улы

Просмотров: 397

ХӘЛИЛОВ Зыя Ишбулды улы (13.6. 1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а. — 10.4.2009, Күмертау ҡ., тыуған яғында ерләнгән), ҡурайсы, йырсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Ҡурайсылар союзы ағзаһы (1999). Ә.Д.Исҡужиндың уҡыусыһы. Учалы музыка уч‑щеһын (1976), БДУ‑ны (1991) тамамлаған. 1976 й. алып БАССР МС эргәһендәге ТВ һәм радио тапшырыуҙар б‑са ком‑т мөхәррире, 1977 й. — Башҡорт филармонияһы солист‑вокалисы һәм солист‑ҡурайсыһы, 1980 й. — Башҡорт ҡурсаҡ театры актёры. 1981 й. башлап “Алмас” халыҡ ижады үҙәгенең К.Арыҫланов ис. башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе, бер үк ваҡытта 2002 й. алып “Дуҫлыҡ” респ. мәҙәни‑методик үҙәгенең (икеһе лә — Күмертау) халыҡ ижады бүлеге мөдире. Башҡортостандың Урал аръяғы ҡурайсылары һәм йырсыларының башҡарыу традицияларын дауам иткән. Репертуарында 100‑ҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры һәм инструменталь көйө, ш. иҫ. “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Ғилмияза”, “Ҡағы ташы”, “Сибай”, “Урал”, бар. Ҡурай һәм ҡумыҙ эшләү оҫтаһы булған. Мәскәүҙә (1997, 2007), Ырымбур өлк. (2007) БР көндәрендә, БАССР мәҙәниәте көндәрендә (Берлин, Галле ҡҡ., икеһе лә — ГДР; 1984) ҡатнашҡан. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә булған. Респ. үҙешмәкәр сәнғәт смотры (1982), Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға йәш йырсылар (1984), Й.Иҫәнбаев ис. призға ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, өзләүселәр һәм башҡорт халыҡ ҡоралдары ансамблдәре (1984; икеһе лә — Гран‑при) конкурстары, Салауат Юлаев ижадына арналған радиоконкурс (2005; бөтәһе лә — Өфө) лауреаты.

Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019