Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМҒЫРСЫ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 728

ЯМҒЫРСЫ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ямғырсы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 691 кеше; 1920 – 1528; 1939 – 888; 1959 – 505; 1989 – 402; 2002 – 428; 2010 — 388 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (2‑се Стәрлебаш урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Өршәкбаш, Өршәкбаш‑Ям(н)ғырсы булараҡ теркәлгән. 1865 й. 84 йортта 468 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә иҫәпкә алынған. Ғ.Ғ.Фәхриев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019