Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМУРОВ Наил Рәхим улы

Просмотров: 504

ЯМУРОВ Наил Рәхим улы (12.2. 1952, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Ҡомлокүл а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығында эшләй (1981 й. алып нефть ҡыуыу ст. нач.). 1985 й. башлап Өфө аэропортында нач. урынбаҫары—баш инженер, 1989 й. – “Ин­женер” кооперативында, 1991 й. алып “БашИталоинвест” бәләкәй пр‑тиеһында баш инженер, 1992 й. башлап “Азат‑2” ЯСЙ‑нда (бөтәһе лә — Өфө) дир., 1998 й. — ген. директор. Фәнни тикшеренеүҙәре магистраль нефть һәм газ торбаларының һәм газ хужалығы объекттарының сәнәғәт хәүефһеҙлегенә арналған. Я. тарафынан торбаларҙың һәм нефть, газ үткәргес элементтарының ҡалдыҡ ресурсын баһалау методикалары, шыйыҡ углеводородтарҙы көкөрттән таҙартыу ысулы һәм ҡулайламаһы, көплөк тибындағы иретеп йәбештерелгән тороидаль конструкцияларҙы эшкәртеү өсөн ҡулайлама һ.б. эшләнә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Определение остаточного ресурса элементов конструкции. М., 1996 (авторҙ.);

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019