Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНАҒОШ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 261

 

ЯНАҒОШ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Уръяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 147 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 2169 кеше; 1920 – 2282; 1939 – 1679; 1959 – 1031; 1989 – 477; 2002 – 451; 2010 — 410 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Камай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Ғ.Ҡ.Заһитов ис. тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар.

Ауылға 1667 й. Ҡазан даруғаһында мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 197 йортта 1147 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 4 бакалея кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 3 тимерлек, 3 мануфактура һәм 5 бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. Янағош а. (2282 кеше) һәм Яңы Янағош ҡасабаһы (44 кеше) иҫәпкә алынған. Ғ.Х. Бикбулатов, Заһитов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019