Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНАҠТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 281

ЯНАҠТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡарый а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Берёзовка й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 439 кеше; 1920 – 565; 1939 – 550; 1959 – 388; 1989 – 161; 2002 – 124; 2010 — 96 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Гәрәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1652 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1663 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. Түб. Ильянбаш (Чермак) исеме м‑н теркәлгән, 48 йортта 269 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. грамота мәктәбе, бакалея кибете иҫәпкә алынған. А. Юзыкайн ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019