Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНБАЕВ Шакир Мәхийән улы

Просмотров: 531

ЯНБАЕВ Шакир Мәхийән улы [19.11.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Бикбулат а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 3.6.2005, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М. Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1957). 1947—49 йй. Күгәрсен р‑ны мәктәптәрендә эшләй; 1950—52 йй. БАССР МС‑ының Радио тапшырыу һәм ТВ ком‑тында диктор, 1957 й. алып мөхәррир. 1968—78 йй. “Ағиҙел” ж. баш мөхәррир урынбаҫары. “Үлән өҫтөндәге ысыҡ” исемле тәүге китабы 1966 й. сыға. Я. әҫәрҙәренә конфликт киҫкенлеге, ваҡиғалар көсөргәнешлелеге, халыҡсанлыҡ, тел байлығы хас. “Зәңгәр сатыр” (1976; урыҫса тәржемәһе 1977), “Беүә буйҡайҙары һары тал” (1987; урыҫса тәржемәһе 1988) романдарында, “Йәшәү һуты” (1971), “Ерем — ете ҡат” (1972) йыйынтыҡтарына ингән повестарында һәм хикәйәләрендә әхлаҡ, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр проблемалары күтәрелә. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). Я. исеме м‑н тыуған ауылында һәм Күгәрсен р‑нының Ибраһим а. урамдар аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Был донъяның кеме юҡ: повесть, хикәйәләр. Өфө, 2000; Серебряная уздечка: повесть и рассказы. М., 1973.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019