ЯНБАЕВ Юлай Әғләм улы
ЯНБАЕВ Юлай Әғләм улы (21.1. 1962, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Наурыҙ а.), генетик. Биол. ф. д‑ры (2002). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй. 1988 й. алып Ботаника баҡса‑институтының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1990 й. — популяциялар генетикаһы лаб. мөдире, 2000 й. башлап БДУ‑ның Сибай ин‑тында ғилми‑тикшеренеү секторы нач., 2001 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. 2008 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 2010 й. — фәнни белем биреү үҙәге мөдире, 2013—18 йй. БДУ‑ның уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректоры. Фәнни эшмәкәрлеге тәбиғи һәм техноген шарттарҙа ағас һәм дарыу үҫемлектәре, бал ҡорто популяциялары генофондын өйрәнеүгә арналған. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Генетические аспекты сохранения биологического разнообразия. Уфа, 2000 (авторҙ.); Морфологическая и генетическая изменчивость пчелы медоносной (Apis mellifera mellifera L.) в Башкирском Зауралье. Уфа, 2007 (авторҙ.); Популяционная структура и принципы сохранения генофонда родиолы иремельской на Южном Урале. Уфа, 2007 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова