Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНБАРИСОВ Валерий Марс улы

Просмотров: 372

ЯНБАРИСОВ Валерий Марс улы (2.9.1954, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2003), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһында, 1989 й. — ӨАИ‑ла, 1991 й. — БДУ‑ла. 2005 й. башлап ӨДИСА‑ла, 2015 й. — ӨДНТУ‑ның Иҡт. һәм сервис ин‑тында полимер материалдар һәм биҙәкләү производствоһы технологияһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ғәмәли квант химияһына, юғары молекуляр берләшмәләр химияһына, химик реакцияларҙың термодинамик параметрҙарын иҫәпләүгә арналған. Я. тарафынан хлорлы полимерҙарҙың, ш. иҫ. поливинилхлоридтың, төҙөлөшө һәм термик тотороҡлолоғо бәйләнеше өйрәнелә; диендарҙың полиүҙәкле Циглер—Натт катализаторҙары ярҙамында полимерлаштырыу процесы моделе тәҡдим ителә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

С.В.Колесов Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019