Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНБАРИСОВ Марат Хәбиб улы

Просмотров: 435

ЯНБАРИСОВ Марат Хәбиб улы (29.6.1951, Красноярск ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1975 й. алып БДПУ‑ла эшләй: 1996 й. башлап тарих һәм иҡт. теорияһы, 2009 й. — Ватан тарихы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре мәҙәниәт өлкәһендә дәүләт сәйәсәте проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Культурное развитие Республики Башкортостан: политический аспект проблемы. 1917—1941 гг. Уфа, 1993; Концептуальные основы партийно‑государственной политики в области культуры. 1917—1941 гг. Уфа, 2007.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019