Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы

Просмотров: 404

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы (7.5.1932, Мәскәү — 8.8.1999, Өфө), философ. Тарих ф. канд. (1974), филос. ф. д‑ры (1987). Калининград пед. ин‑тын тамамлаған (1966). 1951 й. башлап Хәрби‑диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1975 й. алып Хәрби‑диңгеҙ акад. (Ленинград), 1978 й. – БДМИ‑ла эшләй. 1980 й. башлап СССР ФА Алыҫ Көнсығыш бүлексәһенең Алыҫ Көнсығыш халыҡтары тарихы, археологияһы һәм этнографияһы ин‑тында (Владивосток ҡ.) бүлек мөдире, дир. урынбаҫары. 1988—99 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында: бүлек мөдире, 1996 й. алып баш ғилми хеҙм‑р. 1990 й. башлап КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары, 1991—96 йй. РФА Өфө ФҮ Президиумы эргәһендәге филос. каф. бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре социологияға, философияға, Рәсәй төбәктәренең соц.­иҡт. һәм сәйәси проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019