Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЛИМОВ Элик Мәзит улы

Просмотров: 368

ХӘЛИМОВ Элик Мәзит улы (19.3. 1931, Өфө — 25.9.2014,шунда уҡ), тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1970), проф. (1972). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974), РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1979), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1991). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) “Башзападнефтеразведка” тресының Шкапов нефть разведкаһында коллектор. 1955 й. алып “Башнефть” ПБ‑нда: геолог, үҙләштереү бүлеге нач.; 1956—61 йй. “Аксаковнефть” нефть промыслаһы идаралығында геол. бүлеге, үҙләштереү бүлеге нач.; 1965 й. — Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында дир. урынбаҫары. 1975 й. башлап Мәскәүҙәге Геол. идаралығында, Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү идаралығында, СССР‑ҙың Нефть сәнәғәте министрлығында (министр урынбаҫары), А.П.Крылов ис. Бөтә союз нефть‑газ ҒТИ‑нда, “Нефтеотдача” тармаҡ‑ара ғилми‑техник комплексында етәксе вазифалар башҡар­ған; 1988 й. алыпСССРФА‑ның Янар ҡаҙылмалар геологияһы һәм уларҙы эшкәртеү ин‑тында: дир. урынбаҫары, 2001 й. — ген. дир. 1‑се урынбаҫары, бер үк ваҡытта “Зарубежнефть” ААЙ‑нда ген. дир. советнигы; 2004 й. — Яғыулыҡ‑энергетика комплексының фәнни тикшеренеүҙәр үҙәгендә фән б‑са директор. 2005 й. башлап Бөтә Рәсәй нефть ғилми‑тик­шеренеү геол.‑разведка ин‑тында (С.‑Петербург) фәнни эштәр б‑са ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть геологияһына бәйле. Х. тарафынан нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү ысулдары классификацияһы һ.б. эшләнгән. Уның етәкс. Урал‑Волга буйы һәм Көнбайыш Себер нефть промыслаларында эксплуатациялау скважиналары селтәренең оптималь тығыҙлығын, Арлан нефть ятҡылығындаШкапов нефть ятҡылығында, Самотлор нефть ятҡылығында (Төмән өлк.) ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдарының һөҙөмтәлелеген өйрәнеү б‑са ҙур тәж.‑сәнәғәт эштәре һ.б. үткәрелгән. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1971, 1976). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Совершенствование разработки нефтяных месторождений Башкирии. М., 1973; Геотехнологии разведки и разработки нефтяных месторождений. М., 2001; Разработка неф­тяных месторождений в условиях рынка. СПб., 2005.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019